Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Март 2021, 06:45

Бүләккә — дүрт тактлы мотор

Ҡариҙел районы Яңы Йәнсәйет почта бүлеге почтальоны Алена Алеева Үҙәк телевидениеның 1-се каналындағы “Мужское/женское” тапшырыуында ҡатнашты.

Алена Алеева 23 йыл райондың хатта кеҫә телефоны элемтәһе лә булмаған төпкөл ауылдарына гәзит-журналдар һәм тауар ташый. Алена Аркуловна ҡаргиҙәрҙә йәиһә моторлы кәмәлә 130 саҡрым юл үтә. Уның участкаһында 11 ауыл.
Тәжрибәле хат ташыусының почта маршруты үҙе йәшәгән Сыбыҡ ауылынан башлана. Унан һуң йылға буйлап Яңы Йәнсәйеткә ҡәҙәр күтәрелергә кәрәк. Почта бүлегенән корреспонденцияны, тауарҙарҙы алып үҙ ауылына ҡайта, гәзит-журналдарҙы тарата. Аҙаҡ йылға буйлап алыҫта урынлашҡан ауылдарға юллана. Һуңғы ауылы — Атамановка.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас