Бөгөн Балтас район Мәҙәниәт һарайында «Йәш килен» республика конкурсының беренсе көнө үтте. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан килгән 15 бәйгесе үҙҙәре менән таныштырып, ижади һәләттәрен күрһәтте һәм буй-һындарын, һомғоллоҡтарын баһаларға ярҙам иткән “Һыу юулы” презентация-дефилеһында ҡатнашты. Йәш килендәр шулай уҡ тамашасылар һәм жюри ағзалары иғтибарына бай күргәҙмә тәҡдим итте.