Өфөләге “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалығының яҙғы форумы асылды. Өс көн барасаҡ йыйында Волга буйы федераль округының иң ҙур тармаҡ майҙансығы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерәсәк.
Йыйынды ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Форумда “Төҙөкләндереү. Уңайлы мөхит”, “Инженерлыҡ селтәрҙәре. Яҡтыртыу техникаһы” күргәҙмәләре эшләйәсәк. 12 мартта ошо уҡ майҙансыҡта “Йортҡа идара итеүсе” республика форумы ла уҙғарыласаҡ.
- Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ - Рәсәй иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе, уның электән килгән һәм бөгөнгө проблемаларын хәл итеү өсөн масштаблы программалар тормошҡа ашырыла, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, форумды асып.
Сара беренсе тапҡыр гибрид форматта үткәрелә – унда ҡатнашыусылар үҙҙәре лә килергә мөмкин, онлайн режимда ла күҙәтеп бара ала.
Яҙғы форумдың тәүге көнөндәге пленар ултырыш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу” тип атала. Уның модераторы – Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев. Күргәҙмәләрҙә Мәскәү ҡалаһы, Татарстан һәм Сыуашстан ҡатнаша. Шулай ҙа саралағы эшлекле даирәләрҙең күбеһе – Өфө, Ишембай, Нефтекама, Благовещен, Туймазы, Учалы, Белорет, Сибай, Баймаҡ ҡалалары һәм райондарынан.
Форумдың аҙаҡҡы көнө йәмәғәт советтарының һәм милекселәрҙең йортҡа идара итеүҙәге роленә бағышланасаҡ.