Кеше был донъяға үҙенән һуң эҙ ҡалдырыр өсөн, тыуған илгә ниндәйҙер файҙа килтерер өсөн тыуа. Ғүмере дауамында үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешеп, яңы үрҙәргә менә. Һәр кемде лә хеҙмәтенә ҡарап баһалайҙар, хөрмәт итәләр. Рәшиҙә Әнғәм ҡыҙы ла намыҫлы хеҙмәте менән оло хөрмәт яулаған.
Ҡараяр мәҙәниәт йортонда 20 йылдан ашыу художество етәксеһе булып эшләгән саҡта байрам һайын яҡташтарына күңелле ял кисәләре ойоштороп ҡыуандырҙы. Уның тырышлығын, хеҙмәтендә ирешкән уңыштарын баһалап бөткөһөҙ.
Хәҙер хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул тирә-йүнгә матурлыҡ өләшеүен дауам итә. Кешеләргә һәр саҡ асыҡ йөҙлө булған гүзәл заттың рухы ла бай, йорт-ҡураһы ла нур сәсеп тора.