

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һәм гражданлыҡ акттарына дәүләт теркәүе үткәреү эшендэ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Балтас районы ЗАГС бүлеге начальнигы Ирина Әхүәс ҡыҙы Субушева Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Грамотаны яҡташыбыҙ, Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марат Вәсфи улы Вәсимов тапшырҙы.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.