Йәнтөйәк
+15 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
9 Марта 2021, 15:45

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла сертификаттар биреләсәк

Республикабыҙҙа «Һуғыш тураһында хәтерләйбеҙ» төбәк-ара видеояҙмалар конкурсы башлана. Был интернет-бәйгелә бөтә теләүселәр ҙә көсөн һынай ала, шәхсән дә, коллектив менән дә ҡатнашырға мөмкин. Темалар һәм жанрҙар сикләнмәй.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар Дуҫлығы йорто, республикабыҙҙың тарихи-мәҙәни үҙәктәре. Үткәреү ваҡыты – 10 марттан 1 майға тиклем. Йомғаҡ 7 майҙан һуң яһаласаҡ. Конкурс эштәре дүрт йәш үлсәмендә ҡараласаҡ: 0 – 10, 10 – 20, 20 – 50 йәшлектәр, 50-нән өлкәндәр.
Еңеүселәрҙе бүләктәр ҙә көтә. Улар Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң YouTube каналында – https://www.youtube.com/домдружбынародоврб лайктар буйынса билдәләнәсәк.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла электрон сертификаттар биреләсәк. Ғаризалар ddn.rb@yandex.ru электрон почтаһына «Һуғыш тураһында хәтерләйбеҙ» билдәһе һәм беркетелгән видеояҙма менән ҡабул ителә.
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Barli--atnashiusilar-a-la-sertifikattar-birel-s-k-707751/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006
Читайте нас