Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Март 2021, 10:43

Солтанбәктә – спорт байрамы

#ҺаулыҡһәмәүҙемоҙонғүмерлелекйылыХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә Солтанбәк ауылында саңғы ярышы үтә.

Сараға йыйылыусыларҙы ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов тәбрикләй һәм спорттың, сәләмәт әүҙем тормоштоң өҫтөнлөктәрен тағы ла бер иҫкә төшөрөп, гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлай.

Спорт байрамынан «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ситтә ҡалмай. Кескәйҙәр беренселәрҙән булып стартҡа баҫа!

Саңғысылар өсөн ҡайнар сәй ҙә әҙерләй ойоштороусылар. Еңеүселәрҙе тәбрикләү ҙә бик матур үтә.

Наилә Имаева.

Читайте нас