Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев 50 йыл бергә татыу ғүмер итеп, алтын туйҙарын билдәләүсе өлгөлө ғаиләләр - Иҫке Балтас ауылынан Миңлефәниә Исламша ҡыҙы Ғилманшина һәм Рәйеф Шәрифйән улы Мәғруповҡа, Асия Таһир ҡыҙы һәм Сидрин Саҙрый улы Саҙрыевтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Ғаилә юбилярҙарын ЗАГС бүлеге начальнигы Ирина Әхүәс ҡыҙы Субушева ҡотланы.