Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2021, 13:10

Әсәйҙәргә – миҙалдар!

Балтас районы Мәҙәниәт йортонда үткән тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев биш бала тәрбиәләүсе әсәйҙәргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.


Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Балтас районы Мәҙәниәт йортонда ҙур тантана үтте. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев биш бала тәрбиәләүсе әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Бындай наградаға Тутағас ауылынан Эльвина Рәмил ҡыҙы Абдуллина һәм Иҫке Балтас ауылынан Илһөйәр Ильяс ҡыҙы Хәлилова лайыҡ булды. Оло хөрмәткә лайыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, балалар ҡыуанысы, бәхеле тормош теләйбеҙ!


Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Читайте нас