“Барлык гүзәл заттарҙы байрам менән Ҡашҡа ауылы биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Ибатулла улы Шакируллин ҡайнар ҡотланы. Ауыл китапханасыһы Гөлфиә Сабирова доклад менән сығыш яһаны.
Үҙешсән сәнғәттә әүҙем ҡатнашыусы Фларида Әфризунова, Әнфисә Ғатауллина, Әнүзә Ғилфанова, Венера Яруллина башҡарған йырҙарҙы тамашасылар яратып ҡабул итте. Һәр ваҡыттағыса Салауат Әбүбәкеровтың моңло, дәртле көйҙәре һәм “Бөрлөгән” вокаль ансамбле сығышы сарабыҙға йән өрҙө. Балалар әсәйҙәрен байрам менән ҡотлап, йыр бүләк итте.
Ауылыбыҙҙың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары бешергән ризыҡтарҙан күргәҙмә ойошторҙоҡ. Рәзидә Хәйрисламова бигерәк тә әүҙем булды.
Ауылыбыҙҙың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәүсе Инзирә Нурмиева, Нажиә Ғилфанова, Әнфисә Ғатауллина, Рәзидә Хәйрисламова башҡарған “Шәл бәйләнем” бейеүен тамашасылар алҡыштарға күмде. Сараны музыкаль яҡтан Азат Әбүбәкеров биҙәне. Шундай матур байрам ойошторорға ярҙам итеүсе ауылдаштарға рәхмәтемде белдерәм”, - тип һөйләне һәм барлыҡ гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто методисы Фәрзәнә Яруллина.