Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
7 Марта 2021, 11:15

Абдуллиндар ғаиләһенә етеүсе булманы!

“Атай, әсәй һәм мин” спорт бәйгеһендә Асҡын ауылынан Рөстәм Әхтәм улы ҡыҙы Алина һәм улы Раил менән иң етеҙҙәре, иң зирәктәре булды. Абдуллиндар ғаиләһен лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!


Йәш ғаиләләрҙе үҫтереү, сәләмәт тормош һәм спортты пропагандалау маҡсатында Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Атай, әсәй һәм мин” спорт бәйгеһе үтте. Спорт һөйөүсе ғаиләләр араһында үткәрелгән был сара күптән матур йолаға әйләнеп, асҡындарҙың яратҡан бәйге-тамашаһына әйләнде.

Конкурста ҡатнашыусы алты ғаилә сослоҡта, етеҙлектә, таҫыллыҡта көс һынашты. Йыйылған мәрәйҙәр буйынса Асҡын ауылынан Абдуллиндар ғаиләһенә етеүсе булманы.

Асҡын 1-се урта мәктәбенең 9-сы класында тик яҡшы билдәләргә уҡыусы Алина спортта ла алдынғы. Ҡыҙҙар футбол командаһы составында районда ғына түгел, республика ярыштарында ла призлы урындар яулай. Раил дә бәләкәйҙән спорт менән дуҫ. Футбол уйнарға, саңғыла йөрөргә ярата, уңыштары ла бихисап. Самбо менән ныҡлап шөғөлләнә.

Наилә Имаева.

Читайте нас