Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Марта 2021, 06:05

Ҡулынан килмәгән эше юҡ

Ҡариҙел ауылында йәшәүсе бар эшкә лә оҫта Нурзилә Дәүләтшина 30 йыл “Нур” йәмғиәтендә тегеү цехында эшләй.

Оҙаҡ йылдар дауамында үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы тегеүсе үҙен намыҫлы хеҙмәткәр итеп танытты. Һөнәр эйәһенең оҫта ҡулдарында ябай электр машинаһы матурлыҡ тыуҙыра. Цехта тегелгән әйберҙәр ҡариҙелдәр араһында бик популяр. Улар сифатлы тегелеше һәм зауыҡлы булыуы менән ҡыуандыра. Уңайлы һәм матур күлдәктәрҙе, сарафандарҙы, юбка һәм эш костюмдарын, фуфайкаларҙы, салбарҙарҙы, урын-ер әйберҙәрен, юрғандар һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы халыҡ яратып һатып ала.
Нурзилә Вәсил ҡыҙы — булдыҡлы, уңған, йүнсел хужабикә лә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Аш-һыу оҫтаһы, уның бешергән ҡамыр аштары телеңде йоторлоҡ.
Ул һәм ҡыҙына яҡшы тәрбиә биреп үҫтергән хәстәрлекле әсә бөгөн ике ейәнен һөйөп ҡыуана.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас