Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Марта 2021, 18:55

Һылыуҡай тажы – Розалина Әхмәтйәновала!

Бөгөн Урмияҙ ауылы мәҙәнәт йортонда «Асҡын һылыуы-2021” гүзәллек бәйгеһе үтте.

«Асҡын һылыуы-2021” гүзәллек бәйгеһе финалында 10 ҡыҙ ҡатнашты: Ҡашҡанан – Роза Ғәләүетдинова, Яңы Ҡаранан -Наҙгөл Исламова, Урмияҙҙан - Алһыу Хәсәнова, Әмирҙән – Динара Сибәғәтуллина, Ҡубияҙҙан – Юлиә Камалиева менән Розалина Әхмәтйәнова, Ҡышлауйылғанан – Нурания Садыҡова, Баҙансаттан – Эльвина Арысланова, Упҡанкүлдән -Элина Хәжипова, Иҫке Ҡаҙансынан – Зилиә Иваева.

Бәйгеселәр үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, ижади һәләттәрен күрһәтте, дефиле конкурсында ҡатнашты, жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе.
Конкурс һынауҙары сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
«Асҡын һылыуы-2021” титулына һәм еңеүсе тажына зифа буйлы, нәзәкәтле, «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында ла иң күп тауыш йыйып, еңеү яулаған Розалина Әхмәтйәнова лайыҡ булды. Розалинаға ҡиммәтле бүләк тапшырылды.
Урмияҙ ҡыҙы Алһыу Хәсәнова - 1-се, Ҡышлауйылғанан Нурия Садыҡова – 2-се, Иҫке Ҡаҙансынан Зилиә Иваева -3сө урынға лайыҡ булды.
Ҡалған ҡыҙҙар төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләгенә Әмир һылыуы Динара Сибәғәтуллина лайыҡ булды. Бәйгеселәрҙең барыһы ла район башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты әҙерләгән Шөһрәтнамә менән бүләкләнде.
Район мәҙәниәт бүлеге бәйгеселәрҙең барыһына ла дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр һәм махсус приз да әҙерләгәйне.
Асҡын районының Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы, Район клуб-китапхана системаһы район хакимиәте менән берлектә ойоштороп үткәргән “Асҡын һылыуы-2021” гүзәллек бәйгеһе матурлыҡ, йәшлек, ижади һәләт, рух байрамына әйләнеп, барыһына ла күтәренке кәйеф һәм матур ял бүләк итте.
Наилә Имаева.
Читайте нас