Йәнтөйәк
+18 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
5 Марта 2021, 09:41

Өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде

Был аҙна бик матур дата – 1 март, Башҡорт ғаиләһе көнө менән башланып китте. Шул уңайҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһы дәүләт театр-концерт берләшмәһенең концерт залында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсының йомғаҡлау сараһы үткәрелде. Бында бәйгенең еңеүселәрен һәм призерҙарын алҡышланылар.


Конкурстың ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, республика Халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хаки­миәте, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы. Мәртәбәле сараны республика Мәҙәниәт министрлығы Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ субсидияһы ярҙамында уҙған өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индергән, йәғни конкурсты ойоштороуға федераль аҡса йәлеп ителгән.

Конкурстың муниципалитеттар, артабан зоналар араһында үткән этаптарҙан 21 ғаилә республика кимәленә сығып, шуларҙың 10-һы йомғаҡлау өлөшөнә килеп етте. Улар Саҡмағош, Салауат, Хәйбул­ла, Миәкә, Өфө, Учалы райондарынан, Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән килгәйне. Бәйгеселәрҙе биш ке­шенән торған абруйлы жюри баһаланы.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең ижади көстә­ре әҙерләгән матур тамаша барышында һәр ғаилә менән яҡындан танышырға, уларҙың талантына, уңғанлығына, төрлө кәсептәргә оҫта икәненә шаһит булып, һоҡланырға яҙҙы. Һәр ғаилә- конкурсантты тамашасылар ихлас, йылы алҡыштар менән ҡаршылап оҙатты, был дан ғаиләләр өсөн бергә ҡыуанды.

Бәйгелә ҡатнашҡан һәр ғаилә илһөйәрлеге, телһөйәрлеге менән әсир итә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Бында ата-әсә балаларын эш яратырға өйрәтеп тә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеп тә, әхлаҡлы ла итеп тәрбиәләй.

Конкурсанттар өс номинацияла – “Ғаилә оҫталығы”, “Ғаилә ҡим­мәттәре” һәм “Ғаилә ижады”нда һынау тотто. Уларҙың һәр ҡайһы­һында, үҙ сиратында, өс урын бил­дәләнде. Беренсе урындарға – 100 мең, икенселәргә – 50 мең, өсөнсө урынға лайыҡ булғандарға 30 меңлек сертификаттар тапшырылды. Еңеүселәр иһә түбәндәгесә билдәләнде.

“Ғаилә оҫталығы” номинация­һында беренсе урынға Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Суриндар лайыҡ булды, Салауат районы Урмансы ауылынан Сәйетғәлиндәр икенсе урын алды, Саҡмағош районынан Ильясовтар ғаиләһе өсөнсө урынды биләне.

“Ғаилә ҡиммәттәре” номина­ция­һында тәүге урынға Өфө райо­ны Шамонино ауылынан Мәхмү­товтар сыҡһа, икенсеһенә Сибай ҡалаһы­нан Йәнбәковтар лайыҡ булды, өсөнсө урын Миәкә районынан Ғәниевтәр ғаиләһенә яҙҙы.

“Ғаилә ижады” номинация­һын­да беренсе урында – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишмөхәмәтовтар ғаи­ләһе, икенселә – Өфө ҡалаһы­нан Шәһәрғазиндар, ә Учалы райо­ны Уральск ҡасабаһынан Үҙән­баевтар өсөнсө урын яуланы.

Конкурста ҡатнашҡан иң ҙур ғаилә Ырымбур өлкәһенән килгән Сарбаевтар ине. 17 бала тәрбиә­ләгән Ғәли Ғәфиәт улы менән Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙының татыу, һоҡланғыс ғаиләһе махсус призға лайыҡ булды – Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы заманса телевизор менән бүләкләне. Ғаилә башлығының өлгөлө ғаилә өсөн фиҙакәр тырышлығы Ҡоролтайҙың күркәм наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән баһаланды. Был хәбәрҙе бөтә зал шау-гөр килеп ҡыуанып ҡаршы алды, Ғәли Ғәфиәт улын дәррәү алҡыштарға күмде.

Бүләкләү өлөшөндә бәйгесе­ләрҙе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тәбрикләне. Ул республика Башлығының ҡотлау һүҙ­ҙәрен уҡып ишеттерҙе, ҡатна­шыу­сыларға йылы теләктәрен еткерҙе, ихлас һоҡланыуын белдерҙе.

– Һеҙ милләтебеҙҙең рухиәтен, мәҙәниәтен, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға ҙур өлөш индерәһегеҙ, – тине ул. Башҡа өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар булғанына шатлыҡ белдерҙе.

Конкурс тамамланғас, конкурс­тың махсус призына лайыҡ булған Ырымбурҙан Сарбаевтар ғаиләһе башлығы Ғәли Ғәфиәт улына мөрә­жәғәт иттек. Ул ғәйәт тулҡынланып:
– Шундай матур, йөкмәткеле, рухлы байрам булды. Ғаиләләрҙе ошолай итеп ҙурлап, хөрмәтләп ҙур сара ойошторған Башҡорт­останға, уның етәкселегенә ихлас итеп рәхмәт әйтке килә! Беҙҙең ҙур ғаиләбеҙҙең Стәрлетамаҡҡа килеп, йомғаҡлау өлөшөндә ҡатна­шыуы Башҡортостан ярҙамы менән атҡарылды. Күңелдәр ҡанатланып, рухланып, яңы дәрт алып ҡайтабыҙ Ырымбурға. Киләсәктә лә бала­ларыбыҙҙы милли рухта, лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләүҙе дауам итербеҙ, – тип шатлығы менән бүлеште.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы баш­ҡорт­тары ҡоролтайы идеяһы менән “Ете­гән” мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы булып 2016 йылда башланып киткән матур башланғыс хәҙер республика Башлығы хуплауын алып, рәсми рәүештә республика кимәлендә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” исеме аҫтында үтә башланы. Беренсе тапҡыр ошондай ҙур статуста ойошторолған матур сара киләсәктә лә башҡорт ғаилә­һенең мәртәбәһен күтәргән, бере­һенән-береһе шәп ғаиләләрҙе асырға ярҙам иткән рух байрамы булып дауам итһен, тип теләйек.

Гөлназ МИРХӘЙҘӘРОВА, Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы:
– Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән биш йыл рәттән 1 мартта “Етегән” мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы үткәрелеп килде. Быйыл инде сара республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән тәүге тапҡыр рәсми рәүештә республика кимәлендә уҙға­рыла. Унда сит төбәктәрҙән дә башҡорт ғаиләләре ҡатнашты. Ҙур байрамды ойош­то­роуға, үткәреүгә Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ субсидияһы йәлеп ителде.

Гөлназ АҠНАЗАРОВА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һорауҙары буйынса баш белгесе:
– Был конкурс эшендә әле “Етегән” итеп үткәрелә баш­лағаны бирле өсөнсө тап­ҡыр ҡатнашам. Быйыл формат икенсе булғанғамы, ҡатнашыусылар ҙа күберәк, береһенән-береһе көслө ғаиләләр йыйылды. Жюри ағзаларына йомғаҡлау өлөшөнә, йәғни финалға сыға тор­ған конкурсанттарҙы билдәләү ныҡ ҡатмарлы мәсьәлә булды: былары ла лайыҡлы, тегеләре лә. Фекер алышыу бик ҡыҙыу барҙы, оҙаҡ уйлағандан һуң ошо бөгөнгө тамашала ҡатнашҡан 10 ғаиләлә туҡталдылар.

Уңайы сыҡҡанда, был матур байрамды ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән республика Мәҙәниәт, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтарына, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенә, концерт-театр ойош­маһына айырыуса ҙур рәхмәт әйтеп үтке килә. Бөгөнгө сараның дәррәү ойошҡанлыҡ, берҙәмлек менән үтеүендә уларҙың ҙур тырышлығы ята.

Элита ЙЫҺАНГИРОВА, Республика халыҡ ижады үҙәгенең ижад жанрҙары буйынса әйҙәүсе белгесе:
– Конкурс үткән йылдың ноябрендә башланғайны. Беренсе этап – муниципаль, икенсеһе – ете зона ара­һында. Уларҙың һәр ҡайһы­һынан өсәр, тимәк, йәмғеһе 21 ғаилә республика кимәленә сығып, шуларҙың 10-ы йомғаҡлау өлөшөнә етте.

Ғаиләләр өс минутлыҡ видео төшөрөп ебәрҙе. Унда ғаилә ижады, ғаилә оҫталығы, ғаилә ҡиммәттәре сағылыш алырға тейеш ине. Конкурсанттарҙы биш кешенән торған жюри баһаланы.

Зөфәр ЗИННӘТУЛЛИН, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:
– Был конкурсты алтынсы тапҡыр ойошторабыҙ. Үт­кән йылдарҙа ла республика кимәлендә үткәрелде ул, ә бына быйылдан башлап рәсми статус алғас, Мәҙәниәт министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистрлығы ҡушылды. Асыҡ конкурста сит тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәр ҙә ҡатнаша башланы.

Стәрлетамаҡ конкурсты ҡабул иткән яҡ булараҡ, сараны ойоштороуҙа, әлбиттә, ҡала хакимиәте лә ҙур булышлыҡ күрһәтте. Хакимиәт етәксеһе Владимир Куликов, уның урынбаҫарҙары Михаил Григорьев, Альберт Шәйхетдинов ойоштороу эштәрен алып барҙы. Хакимиәт исеменән бүләктәр ҙә әҙерләнде.

Ҡала эшҡыуарҙары ла ситтә ҡалманы, улар бағыусы ярҙамы күрһәтте. Шулай бергәләп, күмәк көс менән әҙерләнек бөгөнгө сараны. Ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа матур ғаилә байрамынан ҡәнәғәт ҡалғандыр, тип ышанғы килә.


Автор: Рәүилә Ғатауллина
Читайте нас