Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Новости
5 Марта 2021, 07:33

Башҡортостанға хәүеф янаймы?

Республика менән сиктәш төбәктәрҙә хәүефле сирҙәр буйынса хәл күҙгә күренеп насарлана. Был башлыса сусҡаларҙың африка тағуны һәм ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүенә ҡағыла. Сирҙең Башҡортостан сиген үтеүенә юл ҡуйылмаған әле. Уны булдырмау өсөн ниндәй саралар күрелә? Был хаҡта ентекләберәк республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат ЙЫҺАНШИН һөйләне.



– Һуңғы ваҡытта эпизоотик хәл бөтөн Рәсәй буйынса насарлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл тотороҡланыуға бармай, киреһенсә, ҡатмарлаша ғына. Ошо хаҡта тулыраҡ һөйләп үтегеҙ әле?
– Эйе, хәл ҡатмарлы. Былтыр дүртенсе кварталда республика менән сиктәш төбәктәрҙә сусҡа­ларҙа – африка тағуны, ҡоштарҙа ҡош киҙеүе кеүек сирҙәр күбәйҙе. Был беҙҙе борсоуға һала, сөнки әлеге ауырыуҙар ауыл хужалығы өлкәһе өсөн ҙур иҡтисади юғалтыуҙар менән янай. Әгәр ҡош-ҡорт һәм мал ауырып китә икән, 100 проценты үлә тигән һүҙ. Ноябрҙә ҡош киҙеүе күрше Та­тарстандың Мөслим районында табылды. Тимәк, киҙеүҙең сыға­нағы республикабыҙҙың Баҡалы районынан ни бары биш километр алыҫлыҡта ғына тигән һүҙ! Тиҙ арала күрелгән саралар сирҙең беҙҙең сиккә үтмәүенә юл ҡуйҙы. Әммә уяулыҡ кәрәк.

Әлеге ваҡытта ҡыш һәм түбән температура ауырыуҙарҙы бер аҙ ауыҙлыҡлап килә. Ә бына африка тағунын башлыса ҡабандар тарата, ә улар өсөн ҡыш – аҙыҡ эҙләү мәле, тимәк, улар торлаҡ йорттарға яҡыная. Күптән түгел матбуғат саралары Өфө районының Базилевка ауылында ҡабандар өйөрө йөрөгәнен яҙып сыҡты. Тап ошондай осраҡтар вирустың таралыуына сәбәп булып тора ла инде. Миҫал өсөн Һамар өлкәһендәге хәлде телгә алайыҡ. Былтыр бында йөҙҙән ашыу ауырыу осрағы теркәлгән.

Ауырыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән ҡабандарға һунар асыу хайуан­дарҙың миграцияһына этәргес бирҙе. Тап ошо арҡала тағун Ырымбур өлкәһендә тарала башланы – 2020 йылдың ноябрь – декабрь айҙарында биш ауырыу осрағы теркәлде. Һуңғыһы декабрь аҙағында өлкәнең Абдулла районы биләмәһендә асыҡланды. Ә улар Башҡортостандың Йәр­мәкәй һәм Бишбүләк райондарынан ни бары 10 километр алыҫ­лыҡта урынлашҡан.
Йыл башынан Рәсәйҙең һигеҙ төбәгендә 12 осраҡ теркәлгән.

– Ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн Башҡортос­тан­дың Тәбиғәттән файҙала­ныу һәм экология министрлы­ғы, Баш­ҡорт­остан буйынса Эске эштәр министрлығы ме­нән берлектә бихисап саралар ойоштор­ған­һы­ғыҙ. Шулар тура­һында ентек­ләберәк һөйләп китһәгеҙ ине.
– Эйе, ветеринар-патруль постарҙың эшен көсәйттек. Баш­ҡортостандың Тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министр­лығы ҡабандарҙы атыуға өҫтәмә 50 лицензия бирҙе. Сусҡасылыҡ фермалары эргәһендә 10 километр арауыҡта ҡабандар бул­маҫҡа тейеш. Ғөмүмән, 4 мең гектар майҙанға бер ҡабан тура килһә, хәүеф күпкә кәмейәсәк. Күрше өлкәләргә сиктәш район­дарҙың һунарсылары менән осрашыуҙар үткәрҙек, иҫкәрмәләр бирҙек.

Көн һайын һунарсылар бригадалары һәм ветеринария хеҙ­мәте белгестәре рейдтар үткәрә. Республиканың эре сусҡасылыҡ комплекстары менән берлектә ҡабандар өсөн махсус ашханалар булдырҙыҡ. Ғәҙәттә, был хайуандар аҙыҡ булған ерҙән алыҫҡа китмәй, шуға миграция осраҡтары ла кәмей. Әммә шуны билдәләге килә: эре сусҡасылыҡ комплекстары урынлашҡан райондарҙа ҡабандар һаны ла күберәк.

– Был райондарҙы айырым һанап үтәйек әле.
– Дүрт мең гектарға бер ҡабан тура килә тип әйтеп үткәйнем бит, беҙҙең республикала был күрһәткес ике тапҡырға юғарыраҡ. Ә ҡайһы бер райондарҙа иһә хатта биш тапҡырға артып китә. Мәҫәлән, Шишмә районында бер мең гектарға 1,31 ҡабан, Бәләбәйҙә – 1,12, Әлшәйҙә – 0,89, Дыуанда – 0,55, Бүздәктә 0,54 берәмеккә ҡабандар һаны күбәй­гән. Үрҙә телгә алынған саралар яр­ҙамында хәлде тото­роҡлан­дырабыҙ.

– Африка тағунынан тыш, республикаға ҡотороу ауырыуы ла янай. Былтыр төбәктә биш осраҡ теркәлгәйне...
– Ҡотороу сирен иҫкәртеү йәһәтенән йорт хайуандарын вакцинациялайбыҙ. Төбәктә йорт хайуандарын идентификациялау һәм электрон иҫәпләү алып барыла. “Меркурий” системаһы ла эшен дауам итә. Системаның маҡсаты – һәр этапты күҙәтеү. Баҫыуҙан кәштәгә тиклем һәр етештереү этабында ветеринар сертификаттарҙы күҙәтеү мөм­кинлеге бирә.

Ай һайын беҙҙең белгестәр 8 миллион самаһы ветеринар сертификат төҙөй. Был система республикалағы эпизоотик хәлде тотороҡландырыуға ҙур өлөш индерә. Миҫал килтерәйем: төбәккә индерелгән һәр мал 30 көнлөк карантинға ҡуйыла. Был ваҡыт эсендә төрлө профилактик саралар үткәрелә, иҫәпкә алына.

Малды һуйыу ҙа шулай уҡ махсуслаштырылған предприя­тие­ларҙа ғына атҡарыла, ветеринар-санитар экспертизанан һуң ғына һатыуға сығарыла. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, намыҫһыҙ эш­ҡыуарҙар, шәхси ихатала мал тотҡан кешеләр ветеринар ҡағи­ҙәләрҙе боҙоп, инфекцион ауы­рыу­ҙарҙың барлыҡҡа килеүенә юл ҡуя. Ҡайһы бер сауҙа үҙәктәре аша зарарланған аҙыҡ-түлек кәштәләргә эләгә. Шуға юл буй­ҙарынан, төрлө урам баҙарҙа­рынан аҙыҡ-түлек, ит, балыҡ алмаҫҡа кәңәш итәм.

– Был ентекле эштең һөҙөм­тәһе социаль өлкәлә асыҡ күренә, шулаймы?
– Эйе, килешәм. Мәҫәлән, республикала етештерелгән иттең балалар баҡсаларына һәм мәк­тәптәргә ебәрелгән күләме бермә-бер артты. 2018 – 2019 уҡыу йылында республикала етеште­релгән ит күләме – 7 процент, башҡа төбәктәрҙән 83 процент индерелгән, импорт 10 процент тәшкил итә ине. 2019 – 2020 уҡыу йылында республикала етеш­терелгән ит күләме 77 процентҡа артты. Импорт бөтөнләй булманы. Быйылғы уҡыу йылында ла импорт бөтөнләй юҡ, башҡа төбәктәрҙән 13 процент инде­релгән, республикала етеште­релгән ит күләме 87 процент тәшкил иткән. Был – бик юғары күрһәткес.

Әлеге мәлдә республика дауаханаларына килтерелгән ит сифатын тикшереү буйынса ентекле эш башланыҡ. Былтыр республика етештереүселәре дауахана­ларҙы – 64 процентҡа, башҡа төбәк етештереүселәре 36 про­центҡа ит менән тәьмин иткән.

Башҡортостан Хөкүмәте ярҙа­мы менән ит һәм ит продукцияһы сифатын билдәләү өсөн заманса йыһаздар һатып алынды һәм яңы лаборатория булдырылды. Бында иттең сифатын, ауырыуҙарын тиҙ арала билдәләү мөмкинлеге бар.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт!


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште
Читайте нас