Йәнтөйәк
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
3 Марта 2021, 07:18

Һәләк булғандар араһында ике яҡташыбыҙ бар...

Тыуған илгә хеҙмәт иткән батырҙарҙың исеме бер ваҡытта ла онотолмай, улар иҫтәлегенә төрлө саралар уҙғарылып тора.

Өфө ҡалаһының “Тулҡын” скверында ла “Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан десантсыларына” һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы. Сара Рәсәй Хәрби-десант ғәскәрҙәренең 76-сы гвардия һауа-десанты дивизияһындағы 104-се гвардия парашют-десант полкы парашют-десант батальонының 6-сы ротаһын Иҫкә алыу көнөнә арналды.
Төньяҡ Кавказ төбәге биләмәһендә контртеррористик операция барышында был рота ике мең боевикка тап була. 90 десантсы дошманға ҡаршы тора, уларҙың бары алтауһы ғына иҫән ҡала. Тиң булмаған алышта һәләк булған 21 десантсыға үлгәндән һуң – Рәсәй Геройы исеме, тағы ла 63 яугиргә Батырлыҡ ордены бирелә. Улар араһында яҡташтарыбыҙ – парашют-десант батальоны командиры урынбаҫары гвардия майоры Александр Доставалов һәм бүлексә командиры кесе сержант Роман Афанасьев була.
Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселеге, депутаттар, ведомство вәкилдәре, ветеран ойошмалары ағзалары, хәрби-илһөйәрлек клубтары курсанттары, йәш армеецтар, урындағы халыҡ, баш ҡала ҡунаҡтары ҡатнашты.
Һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып һәм ҡоралдан алып иҫкә алдылар. Десантсылар һәйкәленә сәскәләр һалынды. Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты, ҡаланың Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге һәм Ленин районы хакимиәте ойошторҙо.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас