Йәнтөйәк
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Март 2021, 19:00

Тамашасы һөйөүен кем яулар?

Бөгөн «Асҡын һылыуы-2021» район конкурсының һайлап алыу туры үтте. “Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеүсене билдәләр өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашырға онотмағыҙ! Һылыуҡайҙы бергәләп һайлайыҡ!


«Бөгөн «Батыр» физкультура -һауыҡтырыу комплексында «Асҡын һылыуы-2021» район конкурсының һайлап алыу туры үтте. Кастингка 13 ҡыҙ килгәйне, уларҙың 10-ыһы финалға уҙҙы. Жюри ағзалары бәйгеселәрҙе ҡыҙҙарҙың телмәренә, ижади һәләтенә, сәхнәлә үҙ-үҙен тотошона ҡарап баһаланы. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеүсене билдәләр өсөн бөгөн тауыш биреү башланды. Был саранан ситтә ҡалмағыҙ, үҙегеҙгә оҡшаған һылыу өсөн тауыш бирегеҙ. Бәйгенең финалы 5 мартта 18.00 сәғәттә Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ. Барығыҙҙы ла гүзәллек бәйгеһендә көтөп ҡалабыҙ», - тине Район клуб-китапхана системаһының ойоштороу-методик бүлеге етәксеһе Гөлзифа Мөхәмәтдинова.
Наилә Имаева.
Читайте нас