Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында V “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Мәртәбәле сарала асҡындар ҙа әүҙем ҡатнашты. Еңеүселәр араһында райондаштарыбыҙ булыуы икеләтә һөйөнөслө.Урмияҙ ағинәйҙәрен етәкләүсе мәғариф ветераны Сәлимә Әбүбәкерова әүҙемлеге һәм башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалауға индергән ҙур өлөшө өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнде.