Кисә редакция хеҙмәткәрҙәре Ҡортлокүл ауылы элемтә бүлегендә “Гәзиткә яҙылыусы көнө”н үткәрҙе. Ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты һәм осрашыу ваҡытында “Йәнтөйәк” үҙенең яңы дуҫтарын тапты.
Бына, мәҫәлән, почтальон Илзидә Арысланова башҡорт телендәге район-ара баҫмаға 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына өс квитанция тултырҙы. Беренселәрҙән булып Гөлфирә Нартдинова яҙылды.
Шулай уҡ Дәүеш, Һөйөндөк ауылдарында булдыҡ. “Йәнтөйәк”тең дуҫтары — Дәүештән Рида һәм Ринат Ибраһимовтарға, Һөйөндөктән Эльвира Ниғәмәтуллинаға, Сара Хәмәтшинаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм башҡаларҙы ла уларҙың өлгөһөнә эйәрергә саҡырабыҙ.