Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
1 Марта 2021, 17:40

Шиғри һүҙ оҫталары

“Ҡанатлы күңел ҡәләме” тип аталған республика йәштәр конкурсында райондаштарыбыҙ еңеү яуланы. Телһөйәр уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәрҙе яттан һөйләү оҫталары араһында “Ҡанатлы күңел ҡәләме” тип аталған республика йәштәр конкурсы ойошторҙо.
Сара “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү саралары тураһында” Дәүләт программаһы сиктәрендә үткәрелде.
Конкурс һәләтле, ижади йәштәрҙе асыҡлау һәм һәләттәрен үҫтерергә булышлыҡ итеү, уларҙа сәнғәт ижады ярҙамында зауыҡ тәрбиәләү һәм йәштәрҙә ижадта үҙ-үҙҙәрен табырға ярҙам итеү, әүҙем йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолдо.
27-28 февралдә, Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда, “Ҡанатлы күңел ҡәләме” конкурсының йомғаҡлау кисәһе булды. Еңеүселәр һәм лауреаттар түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнде:
- “Шиғри әҫәрҙе нәфис һөйләү”
- “Сәсмә әҫәрҙе нәфис һөйләү”
- “Үҙ шиғырыңды нәфис һөйләү”
- “Автор ҡарашы”.
Был мәртәбәле бәйгелә райондаштарыбыҙ ҙа ижади һәләттәрен һынаны һәм еңеү яуланы. “Шиғри әҫәрҙе нәфис һөйләү” номинацияһында 16-21 йәшлек ҡатнашыусылар араһында Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары Дилә Хәжиәкбәрова – 2-се дәрәжә лауреат, ә Сөмбөл Мөғтәбәрова 3-сө дәрәжә дипломант булды. Ҡыҙҙарҙың етәкселәре – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина.
22-35 йәшлек ҡатнашыусылар араһында “Шиғри әҫәрҙе нәфис һөйләү” номинацияһында Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллина Лариса Абдуллинаның “Кескәй башҡорт” һәм Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” шиғырҙарын һөйләп, 2-се дәрәжә лауреат булды.
Наилә Имаева.
Читайте нас