Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Марта 2021, 07:05

Дәүләт комитеты рәйесе эштән китте

Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Денис Булатов вазифаһынан китте.

Ошо туралағы указға республика Башлығы Радий Хәбиров 27 февралдә ҡул ҡуйған. Билдәле булыуынса, Денис Булатов был вазифаға 2019 йылдың октябрендә тәғәйенләнгәйне.
Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Денис Булатовтың үҙ теләге буйынса вазифаһынан китеүе хаҡында документ баҫылған.
Әле был бурысты атҡарыу комитет етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Сәхәбетдиноваға йөкмәтелгән.
Фото: "Башинформ".
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас