“Айыҡ ауыл” конкурсы республикабыҙҙа 2011 йылдан 2014 йылға тиклем үткәрелә. 2019 йылдан проект Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башланғысы менән тергеҙелә. Балтастар ҙа был конкурстан ситтә ҡалманы. 2019 йылда был бәйгелә Балтас данын Нөркә ауылы яҡланы. Бөгөн иһә район данын муниципаль этапта еңеп сыҡҡан Көндәшле ауылы яҡланы. Районыбыҙ делегацияһы эксперт комиссияһына видеопрезентация күрһәтеп, «Айыҡ ауыл» конкурсы барышында башҡарған эштәре тураһында һөйләне.
Көндәшле ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуға бик етди ҡараны. Ауыл йыл әйләнәһенә эскеселектән баш тартыуҙы алға ҡуйып, бик күп спорт уйындары, лекциялар, айырым кешеләр менән һөйләшеүҙәр алып барҙы, легаль булмаған араҡы һатыу нөктәләрен юк итте. Айырыуса йәштәр иғтибарын спортҡа йәлеп итеү маҡсатында футбол, хоккей, велосипедта йөрөү, саңғы ярыштары үткәреүгә ҙур көс һала ауыл етәкселеге.
Район йәштәрен берләштергән Татарпиллер туристик клубы был ауылдан башланғыс алды, уның ағзалары айыҡ ял итеү сараларын ғаиләләре менән хуплай. Шулай уҡ быйыл ППМИ программаһы буйынса ауылда “Дан скверы” төҙөлгән. Ауылдаштар ярҙамы менән ҙур сәхнә, ял итеү зоналары булдырылған.
Ҡасандыр Көндәшле ауылы райондың иң ҙур ауылдарының береһе булған. Үҙгәртеп ҡороуҙар уны ла ситләтеп уҙмаһа ла, район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан ауылда бөгөн балалар баҡсаһы, 11 йыллык мәктәп эшләй. Ә был — ауылдың киләсәге барлығын күрһәтә.