Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Февраля 2021, 18:05

Спорт байрамы күңелле үтте

Баҙансат ауыл мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан спорт байрамы үтте.

Байрамға килеүселәрҙе Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, 5-се һайлау округы депутаты, “Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” директоры Марат Рәфил улы Хәбибуллин, крәҫтиән фермер хужалығы башлығы Ирек Фәһимйән улы Ғаффаров тәбрикләне. Улар был байрамды үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтте.

Сара барышында спорт ярыштары күңелле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды”, - тип хәбәр итте Ҡышлауйылға мәктәбе директоры Ришат Миңлемөхәмәт улы Лотфуллин.

Наилә Имаева.

Читайте нас