Новости
24 Февраля 2021, 17:40

Рейд һөҙөмтәләре ниндәй?

Район хакимиәте башлығы Ришат Дихин ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн тәғәйенләнгән контейнер майҙансыҡтарын ҡараны.

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһе буйынса бөгөн сираттағы кәңәшмә видео бәйләнеш режимында уҙҙы. Муниципалитет башлыҡтарына Премьер-министр урындарҙа сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарын тикшерергә ҡушты.

«Бөгөн район буйынса эш сәфәремдә бер нисә ауылда контейнер майҙансыҡтарын ҡараным. Дөйөм алғанда, сүп-сар график буйынса сығарыла. Майҙансыҡтарға инеү юлы бар, ҡарҙан таҙартылған.Шулай ҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, бер майҙансыҡта контейнерҙар тулы тора (бәлки төбәк операторҙары супте алып киткәс тултырылғандыр ), урыны менән махсус майҙансыҡтан эре ҡалдыҡтар сығарылмаған», - тип яҙҙы Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин социаль селтәрҙәрҙә.

Наилә Имаева.

Читайте нас