Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
22 Февраля 2021, 20:10

Тамашасы күсмә үҙәктәрҙе көтөп ала

#ВладимирПутин

Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә республика тәүге тапҡыр биш автоклуб алғайны. Улар Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле райондарына тапшырылды.
“2020 йылдың бер нисә айында ғына 63 ауылдан туғыҙ меңдән ашыу кеше автоклуб хеҙмәтенән файҙаланып та өлгөрҙө. Биш автоклуб 86 сәфәр ҡылды. Туғыҙ библиобус 5,5 мең кешегә китапхана хеҙмәте күрһәтте”, – тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Мәғлүм булыуынса, күсмә мәҙәниәт үҙәктәрен белем биреү-ағартыу маҡсатында, мәҫәлән, акциялар, лекциялар, музей һәм китапхана, биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәләре үткәреү, кинофильмдар күрһәтеү, балалар өсөн спектаклдәр ҡуйыу өсөн файҙаланырға мөмкин. Тамашасылар автоклубтарҙы көтөп ала.
Әйткәндәй, быйыл ошондай күсмә үҙәктәр Стәрлетамаҡ, Дыуан, Асҡын, Ҡырмыҫҡалы һәм Салауат райондарына тапшырыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас