Район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, район Советы рәйесе Руслан Ғәлләмов Асҡын ауылында Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала сығыш яһап, байрам уңайынан иң изге теләктәрен еткерҙе һәм мәңгелек ут янған стелаға гөлләмәләр һалды. Тыуған ил өсөн яуҙа ятып ҡалған геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.