Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
20 Февраля 2021, 18:20

Туған телем – башҡорт теле

Солтанбәк урта мәктәбендә Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан фәһемле, рухлы сараларға бай аҙналыҡ үтте.

Солтанбәк урта мәктәбендә был аҙнала “Минең туған телем – башҡорт теле” девизы аҫтында төрлө саралар үтте. Уҡыусылар менән бергәләп стенд эшләнек. Туған телгә һөйөү тәрбиәләү, әсә теле менән ғорурланыу хистәре уятыу маҡсатында һәр класта класс сәғәттәре, КВН-дар, викториналар, дәрес-дискуссия үтте. Уҡыусылар башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, башҡорт бейеүҙәрен башҡарҙы.

Йөрәк һүҙе” бәйгеһе лә һәр кемдең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Уҡытыусылар Зилә Мәүлимйән ҡыҙы Исламова - уҡыусыһы Камил Исламов менән, Элина Шәрип ҡыҙы Исламова - уҡыусыһы Зилә Хикмәтова менән, Регина Альберт ҡыҙы Насырова - уҡыусыһы Ирина Мәғәфүрова менән, Ленара Данил ҡыҙы Арысланова - уҡыусыһы Камилә Суфиянова менән, Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Фаһаманова уҡыусыһы Айһылыу Суфиянова менән күңелдәргә үтеп инерлек итеп шиғырҙар һөйләне.

Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ла солтанбәктәр әүҙем ҡатнашты һәм сертификаттар алды.

Наилә Имаева.

Читайте нас