“Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан районыбыҙҙа күп саралар үткәрелә. Бөгөн бөтә республикабыҙ менән бергә асҡындар ҙа халыҡ-ара диктантҡа әүҙем ҡушылды. Диктанттың маҡсаты – туған телде өйрәнеүгә иғтибар биреү, республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм танытыу.