Йәнтөйәк
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Февраля 2021, 09:51

Дүртөйлөләр электрон хеҙмәткә өҫтөнлөк бирә

#ВладимирПутин

Дүртөйлө районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы дәүләт идараһы” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Күптәр арауыҡта эш итеүгә өҫтөнлөк бирә, сөнки был уңайлы ғына түгел, ваҡытты ла экономиялай.
Былтыр районда электрон сервистар аша бирелгән ғаризалар һаны 61 процент тәшкил иткән. Электрон технологиялар халыҡтың тейешле органға ғариза менән бергә тапшыра торған документтарҙың күсермәһен әҙерләүгә сығымын ҡыҫҡарта, өҫтәүенә теге йәки был чиновникты эҙләп, учреждениелар буйлап йөрөүҙең дә кәрәге юҡ. Ғариза биреүсе онлайн тәртибендә орган тарафынан ғаризаһын ҡарау-ҡарамауын күҙәтеү мөмкинлегенә эйә, уның ҡаралыуы тураһында белдереүҙе лә электрон тәртиптә ала. Электрон хеҙмәттәр ярҙамында граждандар үҙҙҙәренең хоҡуҡтары хаҡында ла хәбәрҙар була.
“Беҙ район халҡы менән электрон эш итеү йәһәтенән артабан да шарттар тыуҙырасаҡбыҙ”, – тине Дүртөйлө районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Альберт Әғзәмов.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас