

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, атай-олатайҙар батырлығын иҫкә алып, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында “Айыҡ ауыл – 2020” республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаусы Урмияҙ ауылында бөгөн фәһемле сара үтә. Ауыл Советы, мәҙәниәт йорто, мәғариф учреждениелары коллективы һәм ауыл активы Еңеү паркындағы обелискыға сәскәләр һалып, Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн баштарын һалған яугирҙарҙы иҫкә ала. Байрам саралары алдағы көндәрҙә лә дауам итә.
Наилә Имаева.