Йәнтөйәк
+13 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
19 Февраля 2021, 06:10

Йырлы эҙ ҡалдырҙы...

#21февральХалыҡ-аратуғантелдәркөнөХалыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан Балтас район китапханаһында Башҡортостан Республикаһының талантлы шағиры Сафуан Әлибайҙың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан “Йырлы эҙ ҡалдырҙы” тигән әҙәби сара үтте.

Сара барышында уҡыусылар шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән танышты, башҡорт телендә уның шиғырҙарын уҡып, аудиояҙманан шағирҙың тере тауышын тыңланы. Сафуан Әлибаев һүҙҙәренә яҙылған билдәле башҡорт йырсылары башҡарыуында йырҙар ҙа яңғыраны.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас