Бөгөн, 19 февралдә, Мишкә районында Мари тарихи-мәҙәни үҙәге асыла. Үҙәкте реконструкциялау "Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект" проекты буйынса башҡарылды. Тантаналы ваҡиғаға Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировтың килеүе көтөлә.