Бөгөн Ҡариҙел районында районында "Башҡорт тарихы йылы - данлы тарих - ғорур вариҫ" саҡырыуы аҫтында Унлар ырыуы башҡорттары ҡоро башланды. Сара барышында Унлар ырыуы башҡорттарының тарихы, үҙенсәлеге, билдәле шәхестәре, фольклоры һәм диалекты, ошо диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре, төньяҡ райондарҙа йәшәүсе башҡорттарға ҡағылышлы фәнни-методик әсбаптартураһында билдәле тарихсылар, телселәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ ырыуҙың гербы буйынса фекер алышыу һәм уны ҡабул итеү ҙә ҡаралған.