Йәнтөйәк
-22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 18:25

Иғтибар: яңы проект!

Бөгөн Ҡариҙел районында үткән Унлар ырыуы йыйынында Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Риваль Сәлимов яңы проект менән таныштырҙы.

Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы республикабыҙҙың төньяҡ райондарында йәшәүселәрҙең телен, тарихын, мәҙәниәтен, көнкүрешен, ғаилә традицияларын өйрәнер өсөн “Төньяҡ башҡорттары” тигән этнографик үҙәк төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан яңы проектты презентацияланы.
— Беҙ был этнографик үҙәкте тарихҡа бай хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Солтанбәк ауылында төҙөргә уйлайбыҙ. Бирегә килеүселәрҙе йыл әйләнәһенә ҡабул итер өсөн бөтә уңайлыҡтары булған бина, аттар өсөн йылы һарай, сувенир әйберҙәр әҙерләр өсөн төрлө оҫтаханалар, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кәсептәр менән таныштырыр өсөн тирмәләр кәрәк буласаҡ. Был проект тормошҡа ашһа, нәҡ ошонда төрлө байрамдар, фестиваль-конкурстар, милли спорт ярыштары ойоштороласаҡ, халыҡ кәсептәре, уйындары һәм йолалары тергеҙеләсәк. Үҙәктең маҡсаттары бик изге, — тине Риваль Ринат улы.
Наилә Имаева.
Читайте нас