Бөгөн, 19 февралдә, Балтас район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Башҡорт тарихы йылы һәм «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә Унлар ырыуы йыйынында ҡатнашты.
Мәртәбәле сара Унлар ырыуы башҡорттарының көнкүрешен сағылдырған бай күргәҙмә менән асылды. Унда башҡорт халҡының боронғо күлдәк, таҫтамал, балаҫ, алъяпҡыстар, көнкүреш әйберҙәре урын алғайны. Шулай уҡ төнъяҡ башҡорттарының кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәжрибә уртаҡлашып, бай тәьҫораттар менән йөрөп ҡайтты.