Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
19 Февраля 2021, 08:13

Асҡындар — Ҡариҙелдә

Ҡариҙел районында үткән Унлар ырыуы йыйынында Асҡын районынан да делегация ҡатнаша.

Ҡариҙел районында үткән ҡорҙа Асҡын, Борай районынан да вәкилдәр ҡатнаша.
— Бик матур итеп ҡаршы алдылар. Район Мәҙәниәт йорто фойеһында Унлар ырыуы башҡорттарының көнкүрешен, кәсептәрен, кейемдәрен сағылдырған бай күргәҙмә эшләй. Төньяҡ башҡорттарының кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре бара. Хәҙер сараның фәнни өлөшө башлана. Баш ҡалабыҙҙан билдәле ғалимдар Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Нурислам Ҡалмантаев килгән. Шулай уҡ йыйында Ҡариҙел районынан сыҡҡан күренекле шәхестәр — педагог-ветеран Сайма Ғиззәтуллина, билдәле журналистар Ришат Миндияров, Вәрисә Ниғмәтуллина сығыш яһаясаҡ. Беҙ ҙә, асҡындар, йыйында үҙ проектыбыҙҙы презентациялап, ошо хаҡта һөйләйәсәкбеҙ, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Риваль Сәлимов.
Наилә Имаева.
Читайте нас