Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Февраля 2021, 11:55

Эх, буҙаһы ла, буҙаһы!

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Урмияҙ ауылында үткән “Буҙа” байрамында шифалы милли эсемлекте әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үтте

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған Урмияҙ ауылында тырыш, уңған, спортты үҙ иткән берҙәм халыҡ йәшәй. Йыл әйләнәһендә ауылда айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалаған мәҙәни һәм спорт саралары, тирә-яҡты төҙөкләндереү өмәләре үтте. Яңы ғына бирелә Балыҡсы ырыуы йыйыны һәм “Буҙа” байрамы гөрләп уҙҙы.
Был көндө Урмияҙға район үҙәгенән, күрше райондарҙан һәм баш ҡалабыҙҙан мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар йола буйынса барыһын да асыҡ йөҙ, йылы һүҙ, милли аш-һыуҙар, йыр-моң менән ҡаршы алды.
“Сәләмәтлек — иң ҙур байлыҡ” тигән сарала Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортоноң “Хәтирә” фольклор коллективы халҡыбыҙҙың “Ҡабыҡ төшөрөү” йолаһын да тергеҙеп, тамашасыларға сәхнәләштерҙе.
“Буҙа” байрамында тәмле лә, шифалы ла, файҙалы ла эсемлекте әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙолар. Аш-һыуға оҫта ағинәйҙәребеҙ Сәлимә Әбүбәкерова, Мәмдүнә Зарипова, Эльза Әфтәхова һәм Фәридә Дәүләтшина үҙ рецептары буйынса милли ризығыбыҙҙы әҙерләү серҙәренә өйрәтте.
“Әйҙә ҡыҙҙар бергәләшеп, ҡояйыҡ әле буҙа.
Буҙа эскәс сырхау белмәй, ғүмерҙәр гөрләп уҙа.
Буҙалары, буҙалары, күпереп әсеп тора.
Буҙа ҡойған килендәрҙең, дәрттәре ташып тора.
Тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт, һай, тәмле шифа буҙа.
Буҙа эсмәгән кешенең, ғүмере сырхап уҙа”, — тип ағинәйҙәр йырлап-бейеп тә алды.
Әйткәндәй, Сәлимә Әнүәр ҡыҙы етәкселегендәге рухлы ағинәйҙәр ауылдың йөҙөк ҡашы булып, һәр сарала ҡатнашып, уға йәм өҫтәй, йән өрә. Ауылдағы һәр башланғысты күтәреп алып, уны тормошҡа ашырырға ярҙам итеүселәр һәм сәләмәт тормошто пропагандалаусылар ҙа ул ағинәйҙәр. Ауыл Советы, мәктәп, ауыл мәҙәниәте йорто коллективы менән бергәләп алдағы көндәргә матур пландар ҡороп, әүҙем эшмәкәрлек алып бара улар.
Урмияҙҙарҙың "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеүгә ынтылышы ла, бының өсөн дәрте лә, дарманы ла етерлек. Уларға уңыштар теләйек.
Наилә Имаева.
Читайте нас