Дәһшәтле һуғыш юлын үткән яугирҙарыбыҙҙың береһе — оло хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт ветераны, мәғариф отличнигы, ваҡытында әүҙем йәмәғәтсе булған Малик Ағзам улы Ғайсин бөгөн Яңы Ҡара ауылында ҡыҙы Миңзилә һәм кейәүе Рәдис Рамазан улы Мөғтәбәровтарҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Кисә уға 99 йәш тулды. Ошо уңайҙан Малик Ағзам улын ҡотларға Яңы Ҡара ауылы ағинәйҙәре килә. Улар ветеранға ныҡлы сәләмәтлек, артабан да шулай балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләй.