Йәнтөйәк
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Февраля 2021, 09:25

Афарин, Гүзәл!

Омск ҡалаһында үткән гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә Асҡын ҡыҙы Гүзәл Имаева 4-се урын яуланы. Гүзәлде һәм уның тренеры Айдар Сабировты ҡотлайбыҙ!

10 февралдән 14-нә тиклем Омск ҡалаһында гер спорты буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Унда илебеҙҙең 39 төбәгенән 440 спортсы көс һынашты.
Башҡортостан йыйылма командаһы составында районыбыҙ данын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Айдар Сабиров етәкселегендә Асҡын 1-се мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Гүзәл Имаева яҡланы. Гүзәл 16 килограмм ауырлыҡтағы герҙе 148 тапҡыр күтәреп, Рәсәй буйынса 4-се урын яуланы. Гүзәлде һәм уның тренеры Айдар Сабировты ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас