Бөгөн Рәсәйҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 32 йыллығын билдәләйҙәр. Бик күп ғаиләләргә ҡағылған был ҡораллы конфликтта илебеҙ 15 меңләп һалдат һәм офицерын юғалтты. Өҫтәүенә, тиҫтәләгән мең йәш егеттәрҙең ғүмерен аҫтын-өҫкә килтерҙе.
Ҡышлауйылға мәктәбендә Ришат Мөхәммәт улы етәкселегендә хәрби бурысын намыҫлы, батырҙарса үтәгән яугирҙар менән осрашыу ойошторалар. “Сараға Афған һуғышы ветерандары — Ҡышлауйылғанан Фидус Вәйес улы Сафин, Ильяс Рамазан улы Фәхрисламов һәм Асҡындан Йәүхәт Равиль улы Шәйәхмәтов килде. Улар үҙҙәре менән таныштырып, яу юлдары тураһында һөйләне һәм уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Йәүхәт Равиль улы гармунда уйнап, йырлап та күрһәтте, — тип һөйләне сараны ойоштороусы уҡытыусы Эльмира Фәүзәт ҡыҙы. — Халыҡ хәтере иҫән булһын өсөн бындай даталарҙы барлауҙан бигерәк, ошо ут эсенә ингән, ете ят ерҙә хәрби хеҙмәттәрен үтәгәндәрҙе онотмау, уларҙың яҡындары кисергәнде аңлау мөһим. Бындай саралар йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләргә ярҙам итә, бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә”.