Новости
12 Февраля 2021, 13:45

Андрей Назаров: “Ассоциация алдында ҙур бурыстар тора”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Фейсбук"тағы сәхифәһендә республикала Төҙөүселәр ассоциацияһын ойоштороуға ҡарата фекерен белдерҙе.

“Өс йылда республика торлаҡ төҙөү күләмен йылына өс миллион квадрат метрға тиклем арттырырға тейеш. Йәғни былтырғыға ҡарағанда 600 мең квадрат метрға күберәк. Бурыс бик ҙур. Уны тормошҡа ашырыу өсөн әлегегә ҡарағанда һөҙөмтәлерәк эшләргә тура киләсәк. Шулай ҙа мөмкинлек юҡ түгел, ковид-госпиталдәр төҙөү буйынса былтырғы тәжрибәбеҙ быны асыҡ күрһәтте.
Мин үҙем дә төҙөлөш тармағында күп йылдар эшләнем, һәм унда күп кенә мәсьәләләрҙең аҙағынаса регламентланмағанын беләм. Төҙөүселәргә майҙансыҡ һайлау, документ тултырыу, сауҙалашыуҙы үткәреү, рөхсәт, кредит алыу йәһәтенән бәхәсле мәсьәләләр менән осрашырға тура килә. Күп нимә ошо проблемаларҙы йылдам һәм һөҙөмтәле хәл итеүгә бәйле. Власть менән төҙөүселәр араһындағы бәйләнеш сифатын яҡшыртыу өсөн төҙөүселәр ассоциацияһын ойошторорға тейешбеҙ. Ул тармаҡ вәкилдәренә проблемаларын системалы хәл итеү мөмкинлеген биргән майҙансыҡты тәшкил итәсәк.
Хөкүмәттең дә үҙ мәнфәғәте бар. Беренсенән, беҙ тармаҡты үҫтереү яҡлы, сөнки ул эш урындары булдыра, һалым түләй, кешегә лә фатир һатып алырға кәрәк. Әммә ассоциация алдына ҡуйылған йәнә бер аныҡ бурыс бар. Әлегә тиклем төҙөүселәр күп фатирлы йорттарҙы социаль инфраструктураһын һала ине. Һөҙөмтәлә тиҫтәләрсә мең кеше йәшәгән биҫтәләр балалар баҡсаһыҙ, мәктәпһеҙ, дауаханаһыҙ ҡала торғайны. Улай ярамай. Кешеләр квадрат метрҙарҙы ғына түгел, торлағы эргәһендәге әҙер, уңайлы инфраструктураны ла һатып алырға тейеш. Ассоциацияның бурысы ошо мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеүгә ҡайтып ҡаласаҡ. Был эштең Мәскәү янында нисек башҡарылғанын күрҙем, ҡулдан килмәҫлек түгел. Тармаҡ вәкилдәре менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырып, ошондай эште үҙебеҙҙең республикала ла ойошторасаҡбыҙ”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: twitter.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас