Мишкә ауылында йәшәүсе Мәхиллә һәм Фәрит Фәйзелғаяновтарҙың иңгә-иң терәп, бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 55 йыл тулды. Бәхетле ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул ваҡытта намыҫлы хеҙмәт юлын үтеп, зөбәржәт туйға етеү — оло бәхет, Хоҙай бүләге!
Мәхиллә Әхәт ҡыҙы — Иштебай ауылы һылыуы. 1946 йылда бишенсе бала булып донъяға килә. Атаһы ғүмер буйы — механизатор, әсәһе колхозда эшләй. Ата-әсәһенән күреп, балалары ла эш рәтен белеп, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәнеп үҫә. Ауылда һигеҙ класты тамамлағас, йәш ҡыҙ трахоманы (йоғошло күҙ ауырыуы) дауалаусы шәфҡәт туташтарын әҙерләү курстарында уҡып ҡайтып, Татарбай ауылында ике йыл эшләй. Артабан Мәхиллә район үҙәгенә тегеү цехына урынлаша.Фәрит Фәйзелғаян улы Бабай ауылында тыуып үҫә. Атаһы һуғыштың беренсе көнөнән фронтҡа алына. Өйҙә ике бала менән ауырлы ҡатыны ҡала. Үкенескә күрә, атаһының китеүенән һуң тыуған Фәриткә уны күрергә насип булмай: снаряд шартлап, атаһы яуҙа ятып ҡала. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдар ауырлығы тулыһынса тол ҡатын һәм балалар иңенә ята. Егәрле, тырыш Фәрит 12 йәшенән колхозда эшләй. Үҫмерҙәр өсөн колхоз эше ауыр булһа ла, улар бирешмәй, барыһына ла түҙеп, сынығып үҫә. Ауылда ете класты тамамлағас, һигеҙенсегә Камай ауылына бара. Егеткә туғыҙынсы класты тамамларға насип булмай, ағаһы хәрби хеҙмәткә алынғас, ғаиләне ҡарау, аҡса табыу уның елкәһенә төшә. Тиҙ арала механизаторҙар курсын үтеп, Фәрит Фәйзелғаян улы У-2 тракторында эшләй башлай. 1961 йылда үҙе лә хәрби хеҙмәткә алына. Армиянан һуң бер аҙ колхозда эшләгәс, район үҙәгендә хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт юлын дауам итә.
Мишкә ауылында эшләгән ике йәш кешенең уртаҡ дуҫтары барлыҡҡа килә. Улар Фәрит менән Мәхилләне таныштыра. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Фәрит оҙаҡҡа һуҙмай, буласаҡ тормош иптәшенең ҡулын һоратып бара. 1965 йылда ғаилә ҡоралар. Шул көндән башлап 55 йыл ғүмер үткән. Фәрит Фәйзелғаян улы төрлө йылдарҙа “Заря” совхозында водитель, механик, инженер-технолог, бүлек начальнигы булып эшләй. Дыуанда ауыл хужалығы техникумында ситтән тороп уҡып, зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Балалар үҫкәндә аҙбар тултырып мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт тоталар. Унан оҙаҡ йылдар район дауаханаһында пар ҡаҙандары операторы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Мәхиллә Әхәт ҡыҙы 1972 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе һатыу өлкәһендә эшләй.
Фәйзелғаяновтар ике йорт һалып сыға, өс балаға — Ринат, Ирина, Фәдискә ғүмер бүләк итә. Өсөһөнә лә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн улар барыһы ла башлы-күҙле булып, балалар үҫтерә. Оло улдары Ринат нефтсе һөнәрен үҙләштереп, Нефтекама ҡалаһында төпләнә. Хәҙер инде үҙе олатай булған. Ҡыҙҙары Ирина Мишкә ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй, тормош иптәше менән ике ул үҫтерә. Фәдис атаһының юлын дауам итеп, хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. Ата-әсәһе янында, Мишкәлә, тормош иптәше менән матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә.
— 55 йылдың 37 йылын ҡәйнәм менән йәшәнек. Ул бик яҡшы, тәрән аҡыллы ҡатын ине. Үҙенең тормош тәжрибәһе менән ихлас бүлеште, белгәндәрен өйрәтте. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәү дәүерендә беҙ яҡын кешеләргә әйләндек, серҙәр менән бүлештек. Артабан үҙемдең әсәйем дә беҙҙең менән биш йыл торҙо. Улар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырырға тырыштыҡ, бер татыу ғаилә булып йәшәнек, — ти Мәхиллә Әхәт ҡыҙы.
Фәйзелғаяновтарҙың шәфҡәтле, оло йөрәкле булыуҙары, әсәләрен үҙ тәрбиәләренә алып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәтеүҙәре үҙе оло хөрмәткә лайыҡ. Элекке кеүек ҡәйнә менән килендең бер йортта йәшәүе – бөгөн һирәк күренеш.
Сәләмәт тормош алып барыусы Фәйзелғаяновтар: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”, — тип ҡабатларға ярата.ло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Фәйзелғаяновтар эшһеҙ ултырмай. Балаларына ярҙамлаша, улар өсөн терәк-таяныс булып тора. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, Мәхиллә апайҙың уңғанлығы йортҡа килеп ингәндә үк күренә. Баҡса — сәскәгә, өй эсе гөлгә күмелгән. Йүнсел хужалар иртә яҙҙан теплицаларына ҡыяр, помидор, борос ултырта. Йәй буйы баҡса ҡарайҙар, мул уңыш алалар. Алынған уңыш бөтмөр ҡуллы хужабикәнең ҡулы аша үтеп, банкаларға төрлө тәмлекәстәр булып “инеп ята”. Аҙбарҙарында ҡош-ҡорт та бар.