Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
8 Февраля 2021, 11:35

Иң әүҙемдәргә — бүләк!

Балыҡсы ырыуы йыйыны барышында “Ағинәй” республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева иң әүҙемдәрҙе бүләкләне.

“Ағинәй” республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның Балыҡсы ырыуы йыйынында сығышы һәр ваҡыттағыса күңелдәргә рух өҫтәп, йәнгә дауа булды. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы был юлы ла районыбыҙға буш ҡул менән килмәгәйне. Республика Шәжәрә байрамына әҙерлек сиктәрендә нәҫел ептәрен барлап, шәжәрәләрен төҙөп, тикшеренеү эштәре яҙған ике уҡыусыға — Асҡын урта мәктәбенең 6 –сы класс уҡыусыһы Камилла Сәлмәнова менән Урмияҙ мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Алина Усмановаға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ башҡорт милли кейем оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусы әүҙем ағинәй Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зариповаға махсус бүләк — француз яулығы алып килгәйне.
Наилә Имаева.
Читайте нас