Йәнтөйәк
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Февраля 2021, 08:10

Рух һәм милләт байрамы

Асҡын районында үткән Балыҡсы ырыуы йыйынында делегаттар алдында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.

«Бөгөн рух һәм милләт байрамы. Шәхси минең өсөн дә, сөнки һеҙҙең кеүек мин дә Табын ырыуҙар берләшмәһенән. Әлеге ваҡытта беҙҙең халҡыбыҙҙа мөһим үҙгәрештәр бара, шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уяна, һәр бер ғаиләлә, тиерлек, тарихҡа, эҙләнеүҙәргә иғтибар арта. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо йүнәлештә иғлан иткән проекттарҙа Асҡын районы әүҙем ҡатнаша», — тип билдәләне үҙ сығышында Эльвира Айытҡолова.
Читайте нас