Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
6 Февраля 2021, 08:12

Балыҡсылар— ырыуҙар йыйыны башланғысында тороусылар

Кисә Асҡын район Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда үткән Балыҡсы ырыуы йыйыны икенсе тапҡыр ойошторолдо. Тәүге йыйын районда 2019 йылда үткәйне. Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин тәүге съезд һөҙөмтәләрен үҙенең телмәрендә телгә алды.

«Асҡын ере икенсе тапҡыр Балыҡсы ырыуының йыйынын ҡабул итә. Был минең өсөн ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ. Был эш, әлбиттә, бер көн эсендә башланмаған. Быуындан быуынға күсә килгән тарихты һаҡлау һәм өйрәнеү эшен беҙҙең быуын дауам итә һәм яңыһына тапшыра. Беҙҙең ерлекте бик күп ғалимдар, әҙәбиәт һәм фольклор белгестәре өйрәнеп ошо байлыҡты һаҡларға ярҙам итте. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мин тыуған яғым хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләп, үҙемде Балыҡсы ырыуы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле итеп тоям, мәктәп йылдарында уҡ нәҫелемдең, ауылымдың тарихы менән ҡыҙыҡһына башланым. 2019 йылда районға ҡайтҡас та, беҙ балыҡсыларҙың тәүге йыйынын уҙғарҙыҡ, район башҡорттары ҡоролтайының эшен йәнләндерҙек», — тип сәләмләне ҡунаҡтарҙы Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин.
https://kurultai.ru/ba/content/1940-balykchinczy--pionery-sezdov-bashkirskih-rodov/
Читайте нас