

Бөгөн Борайҙа 2006-2008 йылда тыуған уҡыусылар араһында Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIII спартакиадаһы сиктәрендә төбәк саңғы ярышы үтте. Унда ете райондан - Асҡын, Борай, Балтас, Мишкә,Тәтешле, Ҡалтасы һәм Ҡариҙел райондарынан йәш саңғысылар ҡатнашты.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Вадим Харисов етәкселегендә Асҡын районы командаһы 3-сө урын яуланы.
Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ! Афариндар!
Наилә Имаева.