Бәләкәйҙән туған телде, ерҙе һөйөп үҫтем. Иркәләп, наҙлап үҫтерҙеләр. Тәбиғәттең матурлығын, тыуған еремдең гүзәллеге миндә туған телгә ҡарата һөйөү уятҡандыр.
Бөгөн сәнғәт мәктәбендә балаларҙы музыка серҙәренә төшөндөрәм.Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Сәхнә, йыр – тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшө.
Әлеге ваҡытта үҙемде төрлө яҡлап үҫтерергә тырышам, китаптар уҡыйым, тарих, тел менән ҡыҙыҡһынам, сәнғәт менән шөғөлләнәм, сәйәхәт итергә яратам. Һәр мәлдең ҡәҙерен белергә, донъяның бар матурлығын күреп йәшәргә тырышам.
* * *
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес:
bashkortostan.gazeta@mail.ru1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.