

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Асҡын районында Балыҡсы ырыуы йыйыны киң ҡолас менән бик һөҙөмтәле үтте.
Съезд барышында Балыҡсы ырыуы тарихына бәйле бик күп фәһемле сығыштар булды. Шулай уҡ ырыуҙың йәмәғәт советы һайланды, уның рәйесе итеп Ҡашҡа ауылында ғүмер итеүсе мәғариф ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ-ның мәғариф отличнигы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Наил Ғаян улы Хәйруллин бер тауыштан һайланды. Мәртәбәле сарала ырыуҙың геральдик ҡанундарға яраҡлаштырылған герб ҡабул ителде.
Был герб Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләп килгән махсус геральдик комиссия тарафынан тәҡдим ителде. Комиссияла башҡорт тарихсылары, геральдика белгестәре эшләй.