Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Февраля 2021, 17:45

Балыҡсылар эстафетаны урандарға тапшырҙы

«Ырыуҙар йыйыны» проекты сиктәрендә киләһе ҡор Яңауыл районында уҙасаҡ.

Бөгөн Асҡын районында үткән йыйында балыҡсылар тантаналы шарттарҙа эстафетаны Яңауыл районында ғүмер итеүсе Уран ырыуы вәкилдәренә тапшырҙы.

Киләһе йыйын бер аҙнанан Яңауыл ҡалаһында үтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ырыуҙар йыйыны» проекты сиктәрендә тәүге йыйын Борай районында 29 ғинуарҙа үткәйне. Унда елдәктәр эстафетаны балыҡсыларға тапшырғайны. Шулай итеп, эстафета юлын дауам итә.

Наилә Имаева.

Читайте нас