Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Февраля 2021, 18:25

Балыҡсылар беренселәрҙән булып ырыу гимнын ҡабул итте!

Илһөйәрлек менән һуғарылған гимн күңелдәргә ҡанат ҡуйҙы, йөрәктәргә дәрт өҫтәне, рухлы итте.

Бөгөн Асҡын районы Урмияҙ мәҙәниәт йортонда үткән ҡорҙа Балыҡсы ырыуы гимны бер тауыштан ҡабул ителде.

«Без Балыҡсы ырыуынан» тигән йырҙың һүҙҙәрен һәм көйөн күренекле яҡташыбыҙ, 500-ҙән артыҡ йыр авторы, талантлы композитор Рәүфә Нурмөхәмәтова ижад иткән. Илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙы йөрәктәргә үтеп инерлек моңло итеп яҡташыбыҙ Ҡашҡа ауылы егете Винарис Абдуллин башҡарҙы. Ырыу гимны итеп ҡабул ителгән йырҙы зал ғорурланып, баҫып тыңланы һәм көслө алҡыштарға күмде. Шундай талантлы яҡташтарыбыҙға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! Афарин!

Наилә Имаева.

Читайте нас